Иғтибар үҙәгендә - 30.09.2026 Уҡытыусы абруйы
Бөгөнгө һөйләшеү йәмғиәттең көҙгөһө булған шәхестәр – уҡытыусылар тураһында барҙы. Уның сәбәбе лә бар. Октябрҙә Рәсәйҙә мөғәллимдәр көнө билдәләнә. Мәктәп, колледж, юғарыу уҡыу йорттарында эшләгән ошо һөнәр эйәләре ысынлап та һау һәм сәләмәт йәмғиәттең тотҡаһы. Тап улар шәхестәрҙе тәрбиәләү, уларҙы ғилемле итеү өсөн яуаплы. Студияла ҡунаҡта "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы" регион-ара конкурсының быйылғы еңеүсеһе, Өфөнөң унынсы һанлы мәғариф үҙәге мөғәллимәһе Ләйсән Миннеәхмәт ҡыҙы Хәсәнова.
Название:
Иғтибар үҙәгендә - 30.09.2026 Уҡытыусы абруйы
Категория:
Новости и СМИ